"Башҡорт теле-аҡыл теле"
Декабрь 9, 2021
Просмотров: 16
Башҡорт теле аҙналығының өсөнсө көнө"Башҡорт теле-аҡыл теле" тип аталды. Был көндө 7-9 класс уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса мәктәп этабы олимпиадаһында ҡатнаштылар. Шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хәмитова Райхана Нуфат ҡыҙы, башланғыс кластар уҡытыусыһы Айтуғанова Светлана Ғәлиулла ҡыҙы тарафынан "Мәҡәлдәрҙә халыҡ аҡылы" темаһына кластан тыш саралар уҙғарылды. Уҡыусылар мәҡәлдәр буйынса уҙғарылған викторинала көс һынашты.